Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡышҡа - ҡыҙыл ҡарағаттан желе

Баҡсаларҙа емеш бешкән мәл. Хужабикәләр ҡышҡылыҡҡа төрлө ҡайнатмалар әҙерләй. Ҡыҙыл ҡарағаттан бик тәмле желе рецебы тәҡдим итәбеҙ. Ҡарағат емештәрен матурлап таҙартабыҙ ҙа һыуыҡ һыуҙа йыуып алабыҙ. Бер килограмға бер килограмм иҫәбенән шәкәр ҡомо ҡушабыҙ. Емештәр һут биреп, шәкәр ирегәнсе ағас ҡалаҡ менән бутайбыҙ. Артабан шәп утҡа ҡуйып һигеҙ минут ҡайнатып алабыҙ. Көйөп китмәһен өсөн болғатып торабыҙ. Уттан алып, эҫе еләктәрҙе иләктән яйлап ҡына үткәрәбеҙ һәм алдан әҙерләп ҡуйған стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ. Тимер ҡапҡас ябып һалҡынса урында һаҡлайбыҙ. Был ҡайнатма ҡыш көндәрендә сәйгә бик шәп буласаҡ. Фото: botanichka.ru