Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмғиәт менән элемтә бүлеге етәксеһе Максим Родионов бөгөн үткәргән матбуғат конференцияһы иң ҡырҡыу мәсьәләләрҙең береһенә арналды. “Телефон аша алдашып халыҡтан аҡса урлау дауам итә, һуңғы тәүлектә генә лә бындай енәйәтселәргә 13 миллион һум аҡса күсергәндәр”, – тине ул, журналистар алдында сығыш яһап. Быныһы әле бер көн эсендә генә, ә йыл башынан ошондай бурҙар кеҫәһенә халыҡ 1,9 миллиард һум аҡса һалған! Ошо ҡот осҡос хәлдең сәбәптәре тураһында Максим Родионов ентекләп аңлатты һәм һорауҙарға яуап бирҙе. “Ни өсөн шундай ҙур сумманы хатта кредит алып бурҙарға күсерҙең, нисек алданылар һуң?” тип бер алданған оло йәштәге ирҙән һорайым”, – ти М. Родионов. “Юғалып ҡалдым шул, улар бит "ФСБ-нан" тип шылтыратты, минең аҡсаны ниндәйҙер бурҙар сит илгә күсерергә йыйына икән, был бит минең иҫәптәге аҡса – тимәк, миңә енәйәт эше асыуҙары мөмкин, тип аңлаттылар. Шуға ашығыс рәүештә иҫәптәге аҡсамды улар күрһәткән икенсе иҫәпкә күсерерг