…Бына мин тыуған ауылым – гүзәл тәбиғәтле Дүртөйлө районы Исмаил ауылының киң, бөхтә урамынан атлайым. Бында бала сағым көтөп тора. Татыу, матур, күптәргә өлгө булып йәшәүсе уҡытыусы һәм колхозсы Мәҙинә менән Ибраһим ғаиләһендә 3-сө бала булып мин тыуғанмын. Йөҙлөк менән тыуғанмын. «Үтә бәхетле, тәүфиҡлы, гүзәл булыр был бала», – тигән кендек инәйем. Рәхмәт уға! Бөтә юрағандары юш килде! Ана тегендә, инеш һыуын көҙгө итеп, сәс тарай-тарай, һыуға ҡапланған урын. Ана, апам Гөлшат менән «кәртишкә» төшкән өй. «Фотограф килгән, фотограф килгән!..» – был хәбәр беҙгә лә килеп етте. Баҫып ултырған тауыҡ ояһынан ун йомортҡа сәлдереп, «кәртишкә»гә төшөргә иҫәп тотоп, йомортҡаларҙы итәккә тултырам. Өҫтөбөҙҙә – «кешегә сыҡҡанда» кейә торған матур күлдәктәр. Йүгерҙек. Быға тиклем урлашып эш итмәгәнгәлер инде, йүгерә торғас, мәтәлләп барып төштөм. Күлдәк, ҡул, бит йомортҡаға буялды. Ватылған йомортҡаларҙың ҡайһы берҙәренән себеш баштары күренә ине. Беҙҙе йәлләптер инде, бушлай фотоға төшөрҙөләр. Юл буйы илап ҡайттыҡ. Ҡайтҡас әнейемдән эләкте – кесерткәнле ҡайыш...
"Тамаша" журналынан