«Һуңғы ялҡындыр был...»
Нурислам ағай менән осраҡлы рәүештә таныштыҡ. Редакцияла. Эшем шулай: көнөнә әллә нисәмә кеше инеп сыға. Берәүҙәре әйтәһе һүҙен әйтеп, йомошон тиҙ генә йомошлау яғын ҡарай, һүҙгә әүәҫерәктәре, хәл-әхүәлен һөйләп, оҙағыраҡҡа туҡтала. Һәр ҡайһыһын иғтибар менән тыңлайым, хат-хәбәрҙәрен теркәйем. Нурислам ағай шиғырҙар алып килгән ине. Оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Өфөлә ҙур урында эшләгән икән, әле олоғайғас, тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнеп йөрөүе. Шиғырҙары баҫылып сыҡҡас, ныҡ ҡыуанды, ихлас рәхмәтен белдерҙе. Ошонан һуң йыш ҡына эш урыныма килер булып китте. Тормош, хеҙмәт йылдарына бәйле ҡыҙыҡ хәлдәрҙе һөйләй, фәһемле хәтирәләре менән уртаҡлаша, көләмәстәре менән көлдөрөп тә ала. Тиҙҙән бергә эшләгән ҡыҙҙар тәҙрә аша Нурислам ағайҙы күреү менән: «Ана, бабайың килә ята! Әллә һиңә ғашиҡ булған инде, бик йышланы», – тип шаярта. «Ҡуйығыҙ, юҡты һөйләмәгеҙ, етмеште уҙған оло кеше бит ул», – тип яуаплайым етди генә. Әммә ағайҙың, дөрөҫөрәге бабайҙың, ҡайһы бер ҡылыҡтары мине лә һағайтып ҡуя. Бер көн сығып барышлай ишек янында туҡталды ла ҡапыл миңә туп-тура ҡарап: «Их, бер ун йәшкә генә йәшерәк булһамсы...» – тине. Шаяртып әйткән кеүек булһа ла, ҡарашы етди, хатта бер аҙ һағышлы ине. Аптырап ултырып ҡалдым...
Киләһе юлы ағай фотолар тотоп килгән. Ситтәре бер аҙ таушала башлаған аҡлы-ҡаралы тәүге рәсемдән тулҡынланып торған ҡуйы ҡара сәсле, тура ҡырлас танаулы, бөркөт ҡарашлы, мөһабәт кәүҙәле һылыу ир баға ине. «Һеҙҙе киноактер Вячеслав Тихонов тиерһең!» – тип шаяртам. Нурислам ағайға минең «комплимент» оҡшай, рәхәтләнеп көлә. Олоғайһа ла, әле лә төҫ ташламаған, тик һаулығы самалыраҡ күренә, инсульт кисергәндән һуң хәрәкәт эшмәкәрлеге бер аҙ боҙолған, таяҡҡа таянырға мәжбүр булған. Күмәк фотоларҙа республиканың ул саҡтағы ҡайһы бер етәкселәрен, билдәле шәхестәрҙе лә сырамыттым. Шул рәсемдәргә бәйле ҡыҙыҡлы хәтирәләрен яңыртып, янымда оҙаҡ ҡына ултырып ташланы. Ағайҙан ғаилә хәлен, ни өсөн олоғайған көнөндә яңғыҙы ҡайтып килеүен һорашам. Ҡатыны икенсе милләт вәкиле икән, бөртөк улы бар. Улар Өфөлә ҡалған. «Хәрәкәттән яҙғас, ҡатыным мине бағыуҙан баш тартты. Ярай, дауаханала яҡшы ҡаранылар, артабан улым кеше ялланы. Яйлап, тырышып-тырмашып аяҡҡа баҫтым, әле ошолай йөрөп ятыуыма, шөкөр, тием. Ҡатын менән аралар электән дә һәйбәт түгел ине. Бер ҡыйыҡ аҫтында ете ят кешеләр кеүек йәшәү ялҡытты һәм мин тыуған яғыма ҡайтырға, ғүмеремдең һуңғы көндәрен ғәзиз йәнтөйәгемдә үткәрергә ҡарар иттем. Донъяны бүлдереп торманым, Өфөләге ике фатирҙың береһендә – ғаиләһе менән улым, икенсеһендә ҡатын йәшәй», – тип һөйләне Нурислам ағай.
Беҙҙең ҡала хакимиәте, ағайҙың хәленә инеп, ҙур етәксе булып эшләп хаҡлы ялға сығыуын иҫәпкә алып, ваҡытлыса йәшәргә бер бүлмәле фатир биргән икән. «Төҙөүселәр урамы, 2-се йорт, 2-се фатир. Ҡунаҡҡа килеп сыҡ!» – ти. Уның «ҡунаҡҡа саҡырыуынан» һағайыбыраҡ ҡалам, ни тип әйтергә лә белмәй, һүҙҙе икенсе юҫыҡҡа борам: «Беҙ ҙә шул биҫтәлә йәшәйбеҙ бит. Һеҙгә яңы йорттан бирҙеләрме?» «Юҡ, иҫке генә барак тибындағы өй инде. Беренсе ҡат. Ғүмер буйы эшләп, бына хәҙер ултыр инде бер аламала...» – ағайҙың ҡарашына һағыш күләгәһе ятҡандай, тауышында үкенеү хисе сағылып киткәндәй. Ҡаланың ул өлөшө башлыса ике ҡатлы иҫке йорттарҙан тора. Шуларҙың ҡайһы берҙәрен емереп, урынына 4-5 ҡатлы итеп яңыларын төҙөй башланылар. Беҙ бер йыл самаһы элек шул яңы өйҙәрҙең береһенән фатир алып, ҡыуанып йөрөгән сағыбыҙ. Тиҙҙән балаларымды уйын майҙансығына алып сыҡҡанда һирәк-һаяҡ Нурислам ағайҙы осрата башланым. Бәләкәстәрем уйнай, беҙ эскәмйәлә төрлө нәмә хаҡында әңгәмә ҡорабыҙ. «Һинең менән һөйләшһәм, күңелемә рәхәт. Ана, мин йәшәгән йорт, ҡунаҡҡа инеп сыҡ!» – ти тағы. Был тәҡдимдең ниндәй маҡсатта әйтелеүен аңлап етмәй, шикләнеп, «ялп» итеп ағайға ҡарап алам. «Насар нәмә уйлама! Аңланым инде һинең ниндәй ҡатын булыуыңды, – тип көлә. – Ихлас күңелдән саҡырам. Кейәү, балалар менән бергә килегеҙ!» «Ярай», – тигән булам әҙәп һаҡлап.
Ағайҙың аралашыуға һыуһауын аңлайым. Ғүмер буйы кешеләр араһында эшләгән, партия, идеология тип янған, әле килеп япа-яңғыҙ ҡалыуын бик ауыр кисерәлер инде. Һирәк-һаяҡ улы, ейәндәре шылтырата. Был хаҡта оло бер ваҡиғалай күреп хәбәр итә, шатлыҡтан йөҙө лә, үҙе лә балҡый.
Ҡунаҡҡа инергә форсат тапманым, дөрөҫөрәге, аяғым тартманы. Тиҙҙән Нурислам ағай урамда ла күренмәй, эш урыныма ла килмәй башланы. Бер осор: «Сирләп киттеме, әллә улы килеп алып ҡайттымы икән?» – тип уйлап алдым да, тиҙҙән донъя, ғаилә, балалар мәшәҡәттәре менән тормошомда осраҡлы танышҡан был кешене бөтөнләй оноттом.
Йылдан ашыу ваҡыт үткәндер. Бер көн кис эштән ҡайтып, ғаиләмдең тамағын туйҙырып, ғәҙәтемсә, рус телендә сыҡҡан ҡала гәзитен уҡырға ултырҙым. Өсөнсө биттә таныш фотоһүрәтте күреп «терт» итеп ҡалдым. Был Нурислам ағайҙың миңә алып килеп күрһәткән йәш саҡтағы фотоһы ине. Янында тағы бер рәсем: карауатта 5-6 бала араһында бәләкәй генә булып бөршәйгән бабай ултыра. Оҙаҡ ҡына текләп, ул бабайҙа тәүге фотоһүрәттәге сибәр ир-азаматты сырамыттым. Бер тында мәҡәләне уҡып сыҡтым. Нурислам ағайҙың юбилейы уңайынан элек ул директор булып эшләп киткән мәктәптең балалары барған һәм ошо хаҡта уҡытыусылары мәҡәлә яҙған икән. Уның данлы хеҙмәт юлын тасуирлаған, сир арҡаһында бөгөн йортонан сыға алмауын, ярҙамға мохтажлығын да әйтеп үткән. Шаңҡып ҡалғандай булдым. Бер-ике көн уйланып йөрөнөм дә, емеш-еләк, бәләкәй генә торт тотоп, ағайҙың хәлен белергә киттем. Адресы ла иҫтә ҡалған: «Төҙөүселәр урамы, 2-2». Һаҡ ҡына ишек шаҡыуыма эстән: «Асыҡ, инегеҙ!» – тигән тауыш ишетелде. Залға үттем. Карауатта бәләкәсәйеп ҡалған бабай ята. Мине күргәс, аптырап китте, уңайһыҙланғандай итте. Ыҙалыҡ менән тороп ултырып, ҡалтыранған ҡулдарын һуҙҙы. «Бына юбилейығыҙ менән ҡотларға тип ингәйнем», – тигән булдым күстәнәстәремә ымлап. «Күстәнәс менән сәй эсәбеҙ инде улайһа!» – ағай теремекләнеп киткәндәй, ҡарашында элекке саҡтағылай бер-ике шаян осҡон да емелдәп ҡалғандай. Кухняға үтеп сәй ҡуйҙым, емеш-еләкте йыуып, тортты бүлдем. Уңарсы таяғы менән туҡылдай-туҡылдай бабайым да килеп сыҡты: өҫтө-башын рәтләгән, сәстәрен тараған. Ағай хәл-әхүәлен һөйләй: ҡапыл хәле насарайып, оҙаҡ ҡына дауаханала ятҡан, әле күршелә йәшәүсе хаҡлы ялдағы шәфҡәт туташы ярҙам итеп, укол-система ҡаҙап тора, аҙнаһына ике тапҡыр социаль хеҙмәткәр килеп, аҙыҡ-түлек һатып ала, фатирын йыйыштыра икән. Минең хәлдәрҙе, эш, ғаилә, балалар тураһында ла һорашып алды. Аҙаҡтан: «Һинең ҡулыңдан сәй эсер көнөм дә булған икән... Инде үлһәм дә үкенес түгел...» – тип ҡуйҙы. Был юлы һағайманым да, өндәшмәнем дә.
Ҡайтырға ҡуҙғалғас, «һеҙ ятығыҙ, ял итегеҙ», тиһәм дә, Нурислам ағай ишек янынаса килде. Хушлашып, именлек-һаулыҡ теләп, ҡул һуҙҙым. Ҡытыршы устарында ҡулымды оҙаҡ ебәрмәй тотоп торҙо ла күҙҙәремә ҡарап: «Теге саҡта һин минең йәшәүҙән төңөлөп барған йөрәгемде яңынан терелтеп ебәргән ялҡын ише булғайның... Тәүҙә һинең йәшлегеңә, матурлығыңа ҡыҙыҡтым, ә һуңынан аҡылыңа, үҙеңде тота белеүеңә һоҡландым. Рәхмәт һиңә шундай булғаның өсөн...» – тине.
Көҙгө япраҡтар түшәлгән тротуар буйлап донъяның фанилығы, Нурислам ағайҙың бик үк бәхетле булмаған ҡартлығы тураһында уйланып, ҡайтыу яғына ыңғайланым...
Ике аҙна самаһы ваҡыт үтеүгә әлеге лә баяғы ҡала гәзитенең дүртенсе битендә киноактер ише сибәр Нурислам ағайҙың миңә таныш фотоһүрәтен күреп, барыһын да аңланым. Был – урындағы етәкселектең уның менән хушлашыу һүҙе ине... Бәлки. ҡатыны үҙебеҙҙең башҡорт кешеһе булһа, яҙмышы, ғүмере ахыры был тиклем әсе булмаҫ ине тип уйланым...
Фирүзә СЫҢҒЫҘОВА.