“Нефтекама ит комбинаты” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Яков Бакшиев эшкәртеү предприятиеһын яңыртыу буйынса ниәттәр хаҡында һөйләне. Һүҙ ит ризыҡтарын етештереү күләмен йылына 1,1 мең тоннанан 10,5 мең тоннаға тиклем арттырыу өсөн цехтарҙы үҙгәртеп ҡороу хаҡында бара. Инвестор предприятиены 2022 йылда һатып ала һәм уның эшен туҡтатмайынса ғына цехтарҙы яңырта башлай. Проектҡа 564 миллион һум аҡса һалырға йыйыналар, ниәт тормошҡа ашҡан осраҡта 2026 йылға тиклем 135 эш урыны булдырыласаҡ. Комбинатта күп төрлө ит ризыҡтары, шул иҫәптән мәктәптәрҙә туҡланыу өсөн аҙыҡ-түлек, сей килеш ыҫланған колбаса һәм деликатестар, хайуандар һәм ҡоштар өсөн аҙыҡ етештереләсәк. Проектҡа өҫтөнлөклө статусы бирелде. Компанияның технологик ҡорамалдар һатып алыуға киткән сығымдарының бер өлөшөн ҡапларға ярҙам итәсәктәр. Республика башлығы Радий Хәбиров шулай уҡ комбинат өсөн квалификациялы белгестәр әҙерләү кәрәклегенә баҫым яһаны һәм муниципалитетҡа предприятиеға инеү юлын ремонтлауҙа ярҙам итергә ҡушты. ***** “Уңыш” тоҡомсолоҡ заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Айҙар Мөхәрләмов 1 500 баш һыйырға иҫәпләнгән роботлаштырылған малсылыҡ комплексын төҙөү проектын тәҡдим итте. Һүҙ Илеш районында эшләп килгән ферма урынында заманса һөтсөлөк-тауар фермаһы төҙөү хаҡында бара. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Инвестиция комитеты ултырышында агропредприятиены үҫтереү башланғыстарын тәүгеләрҙән булып ҡаранылар. Уның эше барышында Башҡортостан Башлығы етәкселегендә бөтәһе 154 «Инвестиция сәғәте»үткәрелде. “Уңыш” тоҡомсолоҡ заводының 1,4 миллиард һумлыҡ яңы проекты һауым күләмен тәүлегенә 35 тоннаға тиклем арттырыу мөмкинлеген бирәсәк. Технологик комплекс Рәсәйҙә һәм Беларусь Республикаһында сығарылған заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. Ферма 2024 йылда төҙөлә башлай. 2025 йылда ул эш башлағас, производствола 30 кешегә эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса республиканың Инвестиция комитеты проектҡа өҫтөнлөклө статус бирҙе. Инвесторға шулай уҡ тоҡомло мал һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн субсидиялайҙар. ***** Благовещенда «Благолэнд" глэмпингын үҫтереү концепцияһын «БлагоГлэмп» компанияһы директоры Артур Воробьев тәҡдим итә. Инвестор “Благовещен” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты булып тора. Быға тиклем ял итеү майҙансығында 22 сафари-тент һәм йыл әйләнәһенә туристар ҡабул итергә һәләтле 14 йорт төҙөлгән. Шулай уҡ бында йәйге кафе, бассейн, һыу инеү һәм ял итеү урындары, заманса мунса комплексы һәм балалар майҙансығы бар. Инвестор тағы ла 4 гектар майҙанды һайлай, унда туристик ҡорамалдарҙы ҡуртымға биреү урындарын, футбол һәм баскетбол майҙансыҡтарын төҙөргә ниәтләй. Улар компанияға глэмпинг ҡунаҡтарына күрһәтелгән хеҙмәттәр исемлеген киңәйтергә ярҙам итәсәк. Яңы объекттар 2024 йылда уҡ төҙөлә башлай. Проектҡа йүнәлтелгән инвестициялар күләме – 160 миллион һум. Артур Воробьев билдәләүенсә, компанияның Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә шундай уҡ глэмпингтары бар. Киләсәктә уларҙы “Благолэнд” бренды аҫтында дөйөм франшиза менән берләштереү көтөлә. Республика тарафынан ярҙам рәүешендә ер биләмәләрен арендалау аукционһыҙ рәсмиләштерелә. ***** Күп төрлө яғыулыҡлы АЗС-ы булған өс юл буйы хеҙмәтләндереү комплексын төҙөү проектын “Азимут” компанияһы директоры Кирилл Горбунов тәҡдим итте. Ике яғыулыҡ ҡойоу станцияһы М-5 трассаһының ике яғында Самохваловка ауылы эргәһендә урынлаштырылырға тейеш. Комплекстар биләмәһендә магазиндар, автомобиль туҡталҡалары һәм килеүселәр өсөн ял итеү урындары барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, “Азимут” компанияһы Өфөлә Сельская Богородская урамында автомобиль газ тултырыу компрессор станцияһы төҙөргә ниәтләй. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 300 миллион һум тәшкил итә. АЗС-ты эшләтеп ебәргәндән һуң өс комплекста 30 кешегә эш урыны булдырыласаҡ. Проекттар һалым льготалары менән өҫтөнлөклө статус ала. Инвесторға шулай уҡ ер биләмәләрен рәсмиләштереүҙә ярҙам күрһәтеләсәк, инженер һәм транспорт инфраструктураһын төҙөүгә киткән сығымдарҙың бер өлөшө ҡапланасаҡ. Фото:https://glavarb.ru/ сайтынан.
"Инвестиция сәғәте"ндә яңы иҡтисади һәм социаль проекттар ҡаралды
18 июля 202418 июл 2024
3 мин