Бөгөн “Башҡортостан” гәзите журналистары Йәрмәкәйгә юлланды. Эш сәфәре районы хакимиәте башлығы Илшат Райманов менән осрашыуҙан башланды. Етәксе райондың тулы тормош менән йәшәүен, хужалыҡтарҙа мал аҙығы әҙерләү барышын, тиҙҙән ураҡҡа төшөргә ниәтләүҙәрен, хеҙмәтсәндәрҙең яҡшы уңышҡа өмөт итеүен белдерҙе. Район милли проекттарҙа ла әүҙем ҡатнаша, махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә лә ярҙам итергә өлгөрә. Көн дауамында төрлө объекттарҙа булып, был төбәктә эш тынмауына үҙебеҙ ҙә инандыҡ. Һуңғы йылдарҙа ғына “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль проектына ярашлы “Дуҫлыҡ” паркында ҙур төҙөкләндереү эштәре башҡарылған. Был парк хәҙер йәрмәкәйҙәрҙең яратҡан ял урынына әйләнгән. “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса ла йорт биләмәләрен матурлауға, төҙөкләүгә өлгәшкәндәр. Тарҡаҙы ауылында комплекслы үҫеш буйынса эштәр менән таныштыҡ. Был ауылда әлеге көндә ҙур парк һәм сквер төҙөлә. Ауылдың тарихына, билдәле кешеләренә, һуғыш яугирҙәренә арналасаҡ был изге урын. Ошо уҡ ауылда әлег