90-сы йылдарҙа илдә ҡот осмалы хәлдәр барғандыр. Тик беҙ - ул саҡтағы үҫмерҙәр быны аңламағанбыҙ. Техник спирт эсеү, токсикомандар, наркомандар, енәйәтселек... Әммә тормош дауам итә ине. Беҙ һәр быуын кеүек үҙ эшебеҙ, ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ менән мәшғүл инек. Мәктәп, дискотекалар, ғашиҡ булыуҙар. Минең әхирәтем көндәлек алып бара ине. Интернетһыҙ заманда был күп балаларға хас ине. Әхирәтемә 13 йәш ине һәм ул үлеп класташ малайға ғашиҡ ине. Яуапһыҙ. Һәм ул ошо тойғоларын ҡағыҙға һалып күңел тыныслығы таба ине. Артыҡ бер нәмә лә юҡ ине ул көндәлектә. Тик ҡыҙҙың күҙ йәштәре, яуапһыҙ мөхәббәт... Бер көн әхирәтемдең күп итеп дарыу йотоп дауаханаға эләккәнен белдем. Мин быны ул теге малай өсөн эшләгән тип уйлағайным. Тик әхирәтем әсәһенең үҙенең көндәлеген уҡығанын күреп, шундай аҙымға барыуын әйтте. “Ни өсөн? Унда бит һин теләһә нәмә яҙмайһың?”-тип аптыраным. Әхирәтем: “Сөнки мин әсәйемде юғалттым”,-тине. Ул дауахананан сыҡты. Теге малайҙы онотто. Мәктәпте тамамлап, белем алып, яҡшы егеткә кейәү