Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан иҫкәртеүҙәренсә, республикала төндә һәм көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, ҡойма ямғыр, боҙборсаҡ яуасаҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан секундына 7 - 12 метр, йәшен ваҡытында секундына 17 метрға тиклем көсәйә. Һауа температураһы төндә +12, +17 градус, көндөҙ +22, +27 градус буласаҡ. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында ямғырҙа 1 - 2 километрҙа күреү мөмкинлеге насарая, төндә һәм иртән томан төшә, күреү мөмкинлеге 500 – 1000 метр. Өфөлә төндә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, көндөҙ урыны менән ошондай һауа торошо күҙәтеләсәк. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан секундына 7-12 метр, йәшен ваҡытында секундына 17 метрға тиклем көсәйә. Һауа температураһы төндә +14, +16 градус, көндөҙ +24, +26 градус буласаҡ. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.