– Балаларым сит илдәргә ял итергә барған һайын күстәнәскә сәйҙәр алып ҡайта. Ниндәйен генә тәмләп ҡараманым, әммә үҙебеҙҙең яҡта үҫкән үләндәргә еткәне юҡ. Үҙҙәренән кәнфит еҫтәре аңҡып тора! – ти Таңһылыу Ғабдулла ҡыҙы. Бәпембә, бесәй үләне, бөтнөк, мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, боланут, календула, бәрхәт гөлө, энәлек, ағас еләге, балан, миләш, муйыл, ҡарағат, сейә, алмағас, кишер япрағы, цикорий, еркәүек, аҡсәскә, гөлйемеш... Мәсәк ауылында йәшәүсе Таңһылыу менән Рәфил Шәйхетдиновтар йыл да егерме төрлө үлән, япраҡ, тамыр һәм сәскә сәйе әҙерләй. – Үләндәрҙең организмға йоғонтоһон өйрәнеп, табип менән кәңәшләшеп кенә ҡулланабыҙ. Мәҫәлән, кесерткәндән дә сәй эшләп ҡарағы килә ине, әммә уның ҡанды ҡуйыртыуын белеп ҡалғас, был уйҙан баш тарттыҡ, – тип иҫкәртә өлгөр хужабикә. Мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, әрем, бесәй үләне һәм бөтнөктөң – һабағын, сәскәһен һәм япраҡтарын, шулай уҡ бесәй үләне менән еркәүектең – тамырын; энәлек, муйыл һәм баландың – сәскәләрен; сейә, ҡарағат, гөлйемеш һәм ағас еләге
Ҡыйғы районынан Шәйхетдиновтар ғаиләһе 20 төрлө сәй әҙерләгән
18 июля 202418 июл 2024
1 мин