Һайлау тураһында федераль, ә һуңынан республика ҡануниәтенә үҙгәрештәр 2024 йылдың яҙында индерелә. Был хаҡта республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы хәбәр итте. Мәҫәлән, сит ил агенттары реестрына йәки экстремистик йәки террористик ойошма эшмәкәрлегенә ҡағылышы булған кешеләр тураһында берҙәм мәғлүмәт реестрына индерелгәндәргә һайлау комиссиялары ағзалары, күҙәтеүселәр, кандидаттарҙың ышаныслы кешеләре һәм уларҙың вәкәләтле вәкилдәре булыу тыйыла. Кандидат үҙе теркәлеүгә документтар тапшырған мәлдә сит ил агенты статусын туҡтатырға тейеш, әгәр ул булһа. Закондағы яңылыҡтар күҙәтеүселәр институтын да камиллаштыра. Мәҫәлән, комиссияла күҙәтеүселәр исемлеген машина уҡый торған хәлдә тапшырыу бурысы билдәләнгән. Бынан тыш, күҙәтеүсе тураһында мәғлүмәттәрҙә хәҙер мотлаҡ уның тыуған көнө, номеры, паспорт серияһы һәм документ бирелгән датаһы күрһәтелә. Һайлау фондтары аҡсаһын ҡулланыуҙа ҡайһы бер сикләүҙәр индерелә. Атап әйткәндә, кандидат теркәлгәнгә тиклем һайлау фонды сараларының дөйөм күләм
Башҡортостанда һайлау тураһындағы ҡануниәттә яңылыҡтар барлыҡҡа килде
18 июля 202418 июл 2024
1
1 мин
