Быйылғы фестиваль "Мәҙәниәттәр калейдоскопы" темаһына арнала. Тәүге сара 2021 йылда ойошторолғайны. – “Купец 2.0” фестивале сағыштырмаса яңы үткәрелә башлауға ҡарамаҫтан, ул район, ҡала ғына түгел, республика масштабында ла бренд сараһына әүерелде. Быны уның 2022 һәм 2023 йылдарҙа ваҡиғаға бәйле туризм буйынса милли премияла еңеүе раҫлай. Фестиваль илдең Ваҡиғалар календарына һәм илдең иң әһәмиәтле 65 туристик сараһы китабына индерелде, – тине Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. С. Юлаев исемендәге сквер өс көнгә сауҙагәрҙәр ҡаласығына әйләнә: XIX быуат стилендә биҙәлгән майҙанда иммерсив театр ҡуйыла – унда ошо осор сауҙагәрлек мөхите тыуҙырыла. – Үткән йылда фестивалде 65 меңдән ашыу кеше килеп ҡараны, был уның торған һайын популярыраҡ була барғанына дәлил. Быйылғы сара тағы ла күләмлерәк – уға “халыҡ-ара” тигән статус бирелде, ҡатнашыусылар географияһы киңәйҙе. Майҙан да ҙурайтылды – С. Юлаев скверына ҡаланың төҙөкләндерелгән яр буйҙары өҫтәл
"Купец 2.0" фестивале быйыл айырыуса үҙенсәлекле була
18 июля 202418 июл 2024
1 мин