Бөгөн, 18 июлдә, Хөкүмәт йортонда Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары, ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары Азат Бадранов рәйеслегендә «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» Халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләренең Алтынсы съезына әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үтте. - Республика ошондай күләмле саралар уҙғарыуҙа бай тәжрибәгә эйә һәм күп ғәмәлдәр әҙерлек эшенә бәйле. Беҙҙең ойоштороу комитеты координация һәм контроллек итеү ролен башҡарасаҡ. Һуңғы съезд 2019 йылдың июнендә ойошторолдо. Бөтә донъя башҡорт ҡоролтайының VI съезына әҙерлек сиктәрендә бөгөн республика райондарында һәм ҡалаларында 63 башҡорт ҡоролтайҙарының дөйөм йыйылышы уҙғарылған, 318 делегат һайланған, - тип билдәләне Азат Шамил улы. Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондары һәм ҡала округтары башҡорттары ҡоролтайҙарының дөйөм йыйылыштарын үткәреү, Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә башҡорт ҡоролтайҙарының дөйөм йыйылыштарын үткәреү тәҡдимдәре; VI съезға с