Һәр йыл һайын Асҡын районында күҙҙәрҙе иркәләп, бар халыҡты һоҡландырып барлыҡҡа килгән матур ихаталар һәм баҡсаларҙы күреп һөйөнмәү мөмкин түгел. Йәшәгән йорттарын яратып тәрбиәләгән ғаиләләрҙән өлгө алғы килә. Ниндәй тырышлыҡ, уңғанлыҡ кәрәк! Беседкалар, ял итеү урындары янында сәскә түтәлдәре күҙҙең яуын ала.Урмияҙҙа йәшәгән Хаматовтар - тап шундай егәрле ғаиләләрҙең береһе. Раушания Ирғәт ҡыҙы 35 йыл буйы балалар баҡсаһында эшләгән, хәҙер хаҡлы ялда. Йорт хужаһы Әлфмир Мәрүән улы нефть һәм газ сығарыу идаралығында машинист булып эшләй. Улар 38 йыл инде татыу донъя көтә. Ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Биш ейәндәре бар, улар олатай-өләсәйҙәренә йыш ҡына ҡунаҡҡа килә. Үҙ көстәре менән һалып сыҡҡан йорттарын ғаилә гөл-баҡсаға әүерелдергән. – Күңелеңә ятҡан эш арытмай ҙа, ялҡытмай ҙа ул, – ти хужабикә. – Мин матурлыҡҡа ғашиҡ кеше, сәскәләр үҫтерергә яратам. Әсәйем дә тәҙрә төптәрендә гөл үҫтерә торғайны. Йәйге кистәрҙә ейәндәрем менән беседкала сәй эсәбеҙ, шашлыҡ эшләйбеҙ.