Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ирекмәндәрҙе саҡыралар

Быйыл 17 – 19 октябрҙә Өфөлә XII “Рәсәй – спорт иле” халыҡ-ара спорт форумы була. Сара алты майҙансыҡта үткәрелә, унда биш меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Ирекмәндәр корпусына 500 кеше йәлеп ителә. Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, ирекмәндәр уҡытыласаҡ. Улар, тәүгеләрҙән булып, форум программаһы менән танышасаҡ, шәхси һәм функциональ компетенциялар буйынса тренингтар уҙасаҡ, шәп экипировка аласаҡ һәм, әлбиттә, иҫ киткес тәьҫораттарға эйә буласаҡ. Ирекмәндәр корпусына теркәлеү 23 авгусҡа тиклем Добро.РФ: https://clck.ru/3BWpJr платформаһында бара. Сығанаҡ, фото: БР Спорт министрлығы.