Өфө ҡалаһында "Аҙыҡ-түлек" туҡланыу банкының төбәк бүлексәһе офисы (Башҡортостанда беренсе фудшеринг) асылды. Унда "Русь" Банк еды" хәйриә фонды президенты Юлиа Назарованың, "Бәхет биләмәһе" хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбированың, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаевтың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Юлиа Давидовнаның һүҙҙәренә ҡарағанда, илебеҙҙә фәҡирлек сигендә йәшәүселәр ҙә юҡ түгел, шул уҡ ваҡытта әллә күпме аҙыҡ-түлек ергә сығарып түгелә. Ташланған ризыҡты миллион тонналар менән иҫәпләргә мөмкин. Ашамлыҡ иҫкермәҫ борон уны тейешле урынға алып еткереү мөһим. Маҡсат – мөмкин тиклем күп мохтаждарҙы ашатыу-эсереү, уларҙы аҙыҡ-түлек йәһәтенән ярҙамдан өҙмәү. Әлбиттә, бындай ҙур эште йылдам ойоштороу зарур, ирекмәндәрҙең тырышлығы – маҡтауға лайыҡ. Рәсәйҙә туҡланыу банкы эшмәкәрлеген киң йәйелдерә бара, әммә һәр төбәктең үҙенең айырым эш ысулы бар. Юлиа Назарова Ырымбур өлкәһендәге Орск ҡалаһын һыу баҫҡанда башҡортостанд