Архангел районында йәшәгән Янышевтар ғаиләһе “Ата-әсә батырлығы” миҙалы менән наградланды. Уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөрөлә үткән Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамында тапшырҙы. Янышевтар балаларын “үҙ” һәм “сит”тәргә бүлеп ҡарамай, барыһы ла улар өсөн бер тигеҙ. Хәстәрлектә һәм һөйөү менән тәрбиәләнгән балалар сәләмәт йәмғиәт нигеҙе булып тора, тип иҫәпләй ата-әсә. Рәйсә һәм Булат Янышевтарҙың дүрт балаһы бар. 2007 йылда улар балалар йортонан бер туған Леонид һәм Светлананы тәрбиәгә ала. Дүрт ай элек опекаға тағы ике баланы алғандар. Хәҙер улар 15 бала тәрбиәләй. Рәйсә Йәғәфәр ҡыҙы элек балалар баҡсаһында эшләгән, ә хәҙер йорттары тап ошо учреждениены хәтерләтә. Булат Ишбулды улы Афғанстанда хеҙмәт иткән, миҙалдар менән наградланған. 20 йылдан ашыу умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Янышевтар төрлө кимәлдәге сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Рәйсә Йәғәфәр ҡыҙы балаларҙы тәрбиәгә алған ата-әсәләргә кәңәштәрен бирә, дәүләт ярҙамы саралары тураһында аңлата. Август айында балалар лагерҙа ял итәсәк. Һуңғы ун йылда республикала күп балалы ғаиләләр һаны 28 процентҡа артты һәм 59 меңгә етте. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. Республикала ғаиләләрҙе яҡлау һәм ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау – өҫтөнлөклө йүнәлеш. Янышевтар шуға сағыу миҫал. Фото: https://bash.news/news/227548-radii-xabirov-vrucil-seme-ianysevyx-medal-roditelskaia-doblest