Найти тему
Башҡортостан гәзите

Мәсеткә бер миллион һум аҡса күсергән!

"Закир" позывнойлы яугир Әлшәй районының Шафран ауылы мәсетен төҙөкләндереү өсөн миллион һум күсергән. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә. "Алғы һыҙыҡта ғүмеренә хәүеф янаһа ла, ул тыуған ауылы хаҡында онотмай һәм уның үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Йомартлығы һәм илһөйәрлеге өсөн "Закир"ға рәхмәтемде белдерәм. Уның өлгөһө барыһын да изге ғәмәлдәргә илһамландырһын һәм берҙәмлегебеҙҙе нығытһын ине", — тип яҙған Дамир Мостафин үҙенең телеграм-каналында. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда быйыл 10 июлдән Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса контрактсыларға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме арттырылды. Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән өсөн бер тапҡыр 505 мең һум аҡса түләнә. Илдең Оборона министрлығы һәм муниципалитеттарҙың контракт төҙөгәндә бирелгән түләүҙәре менән бергә дөйөм сумма бер миллион һум була. Тулыраҡ мәғлүмәтте республика халҡы Ситуация үҙәгенең 122 йәки (347) 218-19-19 телефондарына шылтыратып, шулай уҡ «Минең документтарым» күп функциялы үҙәге офистарында үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирә ала. Һайлап алыу пунктының телефоны: (347) 248-29-31. Фото: Телеграм.