Махсус хәрби операциялағы яугирҙәрҙең яҡындары, ғаиләләре лә иғтибар үҙәгендә. Уларға көндәлек тормошта ярҙам саралары күрһәтелеп тора. Был йәһәттән Бүздәк районда ла миҫалдар күп. Улдары махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Әлфиә менән Тимерйән Ғималетдиновтар яҡташтарының иғтибарынан ситтә ҡалмай. Күптән түгел уларҙың йорттарын ремонтлап биргәндәр. Был эштәр Башҡортостандың социаль маҡсатлы программалар фонды иҫәбенә башҡарылған. Пенсионерҙар өсөн был, әлбиттә, ҙур ярҙам. Эске яҡтан йылытыу системаһын, электр үткәргесте алмаштырғандар, иҙән-түшәмдәр яңыртылған, эске биҙәлеш эштәре башҡарылған. Таҡтанан эшләнгән төкәтмәне лә кирбес менән тышлап ҡуйғандар. Урам яҡлап та өй көпләнгәс, ул тағы ла ҡупшыланып киткән. Улдарының иҫтәлегенә йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылыуы ла геройҙың батырлығы тураһында һөйләй. Бынан тыш, Әлфиә апай менән Тимерйән ағайҙы төрлө сараларға саҡырып торалар. – Хөрмәт, иғтибар тоябыҙ. Төрлө экскурсияларға саҡыралар, концерттарға билет бирәләр. Район