Йәйге йәмле көндә тәбиғәт ҡосағына сыҡмайынса булмай, тик ял иткәндә лә һаулыҡ тураһында хәстәрлек күреүҙе һис оноторға ярамай. Торғон һыулы ятҡылыҡтарҙа төрлө паразит һәм бактериялар була, шуға күрә һыу ингәндә был хаҡта оноторға ярамай. Табип Александра Филёва күлдәрҙә, быуаларҙа, һыу һаҡлағыстарҙа хәүеф янаған бактериялар тураһында һөйләне. Тәү сиратта, бындай урындарҙа эсәк таяҡсалары булыуы мөмкин. Улар кешенең ашҡаҙан-эсәк юлына зыян килтерә. Ротовируслы, норовируслы, энтеровируслы инфекциялар, дизентерия, колиэнтерит кеүек сирҙәр киң таралған. “Был ауырыуҙарҙың барыһына ла эс ауыртыуы, ҡоҫоу, хәлһеҙлек һәм организмдың ағыуланыуын күрһәткән башҡа билдәләр хас. Әгәр эсәк инфекцияһы вирус тарафынан барлыҡҡа килгән икән, кешенең, ғәҙәттә, тән температураһы күтәрелә, киҙеү барлыҡҡа килә, башы ауырта. Ошондай билдәләрҙе тойоу менән табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ, ул аныҡ анализ ҡуйһын, дауалау тәғәйенләһен. Әгәр бала сирләгән икән, белгес саҡырта һалығыҙ. Юғиһә бәләкәстәр эсәк инфекцияһын а