Быйыл алты айҙа республикала бер миллионға яҡын кеше иҫкәртеү сараларын үтте. Шуларҙың 56,8 проценты – хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә әйтелде. Диспансерлаштырыу һөҙөмтәһе буйынса тәү тапҡыр 189 736 сир осрағы асыҡланған. Ҡан әйләнеше, тын алыу, яман шеш сирҙәре йышыраҡ табылған. 258 меңдән ашыу кеше диспансерлаштырыу күләменә инмәгән өҫтәмә диагностик тикшереү үтергә ебәрелгән, 610 пациентҡа юғары технологиялы ярҙам тәғәйенләнгән. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин быйыл 13-сө ҡала дауаханаһында Сәнәғәт медицинаһы үҙәге асылыуы тураһында һөйләне. Ул “ОДК-УМПО” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәрен диспансерлаштырыу, медицина хеҙмәтләндереүен, диспансер күҙәтеүен ойоштороу маҡсатында төҙөлгән. Министрҙың әйтеүенсә, республиканың эре предприятиеларында 1,8 меңдән ашыу хеҙмәткәр эшләй, 32 проценты зарарлы һәм хәүефле эш менән мәшғүл. Шуға күрә уларҙың сәләмәтлеген тикшереү, иҫкәртеү сараларын үткәреү бик мөһим. Республикала эшселәрҙең сәләмәтлеге