Бөгөн Башҡортостан Хакимиәте етәксеһе Максим Забелинға 45 йәш тула. Забелин Максим Васильевич 1979 йылдың 17 июлендә Курск өлкәһе Суджан районы Гончаровка ауылында тыуған. С. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһын (Санкт-Петербург), Рәсәй Оборона министрлығының Табиптарҙы камиллаштырыу дәүләт институтының клиник ординатураһын, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлаған. Медицина фәндәре докторы. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2003 йылда Рәсәй Оборона министрлығының Курск ҡалаһындағы авиабазаһының медицина хеҙмәте начальнигы булып башлай һәм артабан юғары һәм бик яуаплы вазифаларҙа эшләй. Ә инде 2018 йылдан Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығына етәкселек итә. 2021 йылда – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры, 2022 йылдан Башҡортостан Хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Пирогов, генерал Шайморатов ордендары менән бүләкләнгән. Ул республ