Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Радий Хәбиров һәм Сергей Когогин автогигант предприятиелары үҫеше хаҡында фекер алышты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “КамАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Когогин республика территорияһында автогигант предприятиелары үҫеше хаҡында фекер алыштылар. 17 июлдә Нефтекамала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “КамАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Когогин республика менән автогигант компанияһы араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы төбәк территорияһында урынлашҡан “КамАЗ” предприятиеһының республика сәнәғәтен үҫтереүгә индергән өлөшөн билдәләп үтте. - Уртаҡ эш һөҙөмтәһендә беҙ машина төҙөлөшө производстволарының: «НЕФАЗ», «Туймазы автобетон заводы», «Автонормаль» Бәләбәй заводы эштәрен уңышлы тәьмин итәбеҙ, - тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Автогигант контурында улар “КамАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Когогин республика менән үҙ-ара хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәлелеген һәм Башҡортостан биләмәһендә автогигант предприятиелары үҫешенең яҡшы динамикаһын юғары баһаланы. Фото: glavarb.ru