Билдәле булыуынса, өлөшләтә мобилизация башланғандың тәүге көндәрендә үк Сибай концерт-театр берекмәһенән бер төркөм артистар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланғайны. Әле улар сиратлап ике аҙналыҡ ялға ҡайта. Ошо көндәрҙә "Башҡорт йыры-2020" телевизион йыр конкурсында Гран-при яулаған Әлфир Заманов та тыуған яғына ял итергә ҡайтты. Бөгөн Сибай ҡала хакимиәтендә яугир-йырсыға "Башҡортостандың атҡаҙанған артисы" тигән маҡтаулы исем бирелде. Сарала уның ҡатыны Зинира һәм ата-әсәһе Венера менән Вәфир Замановтар, ағаһы Ғәфүр ҙә ҡатнашты. Әлфир Заманов сығышы менән Баймаҡ районы Күсей ауылынан. Йырлы-моңло ғаиләлә тыуып үҫкән егет бәләкәйҙән йырлай, бигерәк тә халыҡ йырҙарын иҫ киткес оҫта башҡара. Махсус хәрби операцияға юлланғанса, Сибай концерт-театр берекмәһендә эшләй. Йырсы-яугирҙең күкрәген шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының "Генерал-майор Александр Александров" наградаһы, "Хәрби батырлығы өсөн” II дәрәжәле миҙалы биҙәй. Әле ул тыуған яғы Күсейҙә ял итә, туғандары