Йәй биҙәге – еләктә, тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер. Быйыл еләк ишелеп уңған, әммә көн һайын яуған ямғырҙар ғына тәбиғәт бүләген йыйырға мөмкинлек бирмәй. Шулай ҙа аяҙ көндөң һәр минутын файҙаланып ҡалырға тырышҡан уңғандарҙың булыуы ҡыуандыра. Баймаҡ районының Ғүмәр ауылынан Гөлнур Хәсәнова - ямғырҙа ла еләк йыйған уңған хужабикәләрҙең береһе. Еләксе генә түгел, шәп бәшмәксе лә. Бер ҡулына – силәген, икенсеһенә кәрзинен тотоп урманға йөрөй ул. Ике улға һәм сәскәләй дүрт ҡыҙға ғүмер биргән бәхетле әсәй ҙә. – Тәбиғәт биргән байлыҡты ваҡытында йыйып ҡалырға кәрәк,–ти Гөлнур Хәсәнова.– Еләккә әллә ни алыҫҡа йөрөргә кәрәкмәй, ауылды сыҡтың да тирә лә башлайың, ямғыр яуһа, өйгә йүгерәһең. Ямғырҙан һуң бәшмәккә барам, уны алып ҡайтып бешереп, тоҙлайым. Еләктән ҡайнатмалар эшләп ултырттым, балаларымды еләктән тәмле бәлештәр менән һыйлап алырға яратам. Бөрлөгән, сейә йыйып йыл һайын майлайым, һуттар ябам, туңдырғысҡа тултырам. Ҡыш көнө йәйҙең йәмле биҙәге булып табындарыбыҙҙы йәмләй. Уңған кеше бар я