Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Психологик ярҙам – көнүҙәк мәсьәлә

Бөгөн “БЕРҘӘМ РӘСӘЙ” сәйәси партияһы Рәйесе Д. А. Медведевтың Төбәк йәмәғәтселеген ҡабул итеү бүлмәһендә бөгөнгө үтә мөһим темаларҙың береһе буйынса осрашыу үткәрелде. “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә психологик ярҙам күрһәтеү” тип аталған был түңәрәк өҫтәлдә, Махсус хәрби операцияла һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам үҙәге эшмәкәрлегенә ярашлы, социаль-хоҡуҡи һәм психологик ярҙам мәсьәләләренә арналған берлектәге саралар үткәреү һәм ойоштороу тикшерелде. Был Үҙәк “БЕРҘӘМ РӘСӘЙ” сәйәси партияһының Төбәк бүлексәһе ҡарамағында эшләй. Түңәрәк өҫтәлдә депутаттар, медицина учреждениелары эксперттары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам мәсьәләләре менән шөғөлләнгән йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. “Махсус хәрби операциянан ҡайтҡандар тәүге сиратта медицина учреждениеларына мөрәжәғәт итә, бынан тыш уларҙың ғаилә ағзалары ла бик күп. Уларҙың байтағы әле булһа психологик һәм башҡа медицина ярҙамы һорап ҡайҙа мөрәжәғәт итергә белмәй. Шуға күрә “БЕРҘӘМ РӘСӘЙ”ҙең Төбәк бүлексәһе был йәһәттән даими ярҙам ойошторорға ҡарар итте. Шуға күрә һеҙҙе, был өлкәләге белегстәрҙе, тыңларға һәм артабанғы эште тағы ла камиллаштыра барырға булдыҡ“, – тине “БЕРҘӘМ РӘСӘЙ” сәйәси партияһы Рәйесе Д. А. Медведевтың Төбәк йәмәғәтселеген ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, түңәрәк өҫтәлде асып. Сарала Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ирина Небогатова, Республика клиник психотерапия үҙәгенең баш табибы Наталья Тулбаева, М. Аҡмулла исемендәге Башҡортостан дәүләт педагогия университетеның психология факультеты деканы Лилиә Халиҡова, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон яугире Венер Сафин, спецназ яугире Александр Илтуғанов һәм башҡалар сығыш яһаны. Был сара тураһындағы тулы мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә уҡый алаһығыҙ. Автор фотоһы.