Өс кеше ярышырға була. Кем текә ҡаяның башына менеп етә алыр икән? Уларҙың үрмәләүен ҡарарға башҡалар ҙа йыйыла.
– Береһе лә менеп етмәй!
– Буш эш!
– Ныҡ текә бит...
Тамаша ҡылыусылар гөж килә, ә улар менеүен дауам итә.
– Хәҙер ысҡынып китәләр!
– Үәт, иҫәрҙәр!
– Унда әле бер кемдең дә менеп еткәне булманы!..
Ярышыусыларҙың береһе арып, уҙыштан төшөп ҡала. Тора-бара икенсеһе лә туҡтарға була. Тик бер кеше генә үрмәләүен дауам итә һәм, ниһайәт, ҡая башына етә.
– Нисек менеп етә алдың ул? Сере нимәлә? – тип аптыраған халыҡ унан һорашырға тотона. Баҡтиһәң, ул һаңғырау булған...
ҠАЙҺЫ САҠ БАШҠАЛАРҘЫҢ ҺҮҘҘӘРЕНӘ ЛӘ, ӘРЛӘҮҘӘРЕНӘ ЛӘ, ХАТТА МАҠТАУҘАРЫНА ЛА ҺАҢҒЫРАУ БУЛЫП ҠАЛЫРҒА КӘРӘК. КЕШЕ ҺҮҘЕ МАҠСАТТАН, ТУРА ЮЛДАН ЯҘҘЫРМАҺЫН!