Кисә Стәрлетамаҡта “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә төҙөкләндереләсәк юлдарҙы тикшерҙеләр. Унда РФ Дәүләт Думаһы депутаты Динар Ғилметдинов, хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Артур Ғафаров, хакимиәт башлығы урынбаҫары Илдар Ғарифуллин, төҙөлөш бүлеге начальнигы Марат Кинйәбаев, транспорт һәм элемтә секторы мөдире Валерий Веретейко ҡатнашты. Комиссия Тыныслыҡ һәм Урау урамы буйлап быйыл милли проект буйынса ремонтланған юлдарҙы ҡараны. Урау юлда эштәр тулыһынса тамамланған, Тыныслыҡ урамында тамамланыу өҫтөндә. Быйыл милли проект буйынса бөтәһе 7,36 километр оҙонлоҡтағы 12 юл ремонтлана. Барлыҡ эштәр июль аҙағына тиклем тамамланырға тейеш. Динар Заһит улы автовокзал ҡулсаһына ла барып етте, унда эштәр былтыр башҡарылған. Подрядсы һыҙған тамғаның сифаты буйынса иҫкәрмәләр яһалды. Гарантиялы йөкләмәләр сиктәрендә подрядсы ойошма тамғаларҙы яңынан һыҙасаҡ. Комиссия ҡараған тағы ла бер объект – Хоҙайбирҙин урамының дублерынан район-ара база янында Элеватор урамына сығыу. Был участкала бик күп юл-транспорт ваҡиғалары теркәлә. Бында һулға боролоуҙы тыйған билдә эленеүгә һәм тотошлай тамға һыҙылыуына ҡарамаҫтан, күп кенә автомобилселәр, ҡағиҙәләрҙе боҙоп, юлда авария хәлен тыуҙыра. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша. Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте.