Эшлекле программа башланыр алдынан Башҡортостан Башлығы төбәк шифаханаларының экспозицияларын ҡараны. Улар иҫәбендә – “Красноусол”, “Ҡарағай”, “Яҡтыкүл” һәм башҡалар. Үҙенең сығышында Радий Хәбиров конференцияла ҡатнашыусыларҙы Рәсәйҙең дәүләт кадастр баһаһының 25 йыллығы менән ҡотланы һәм ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлегенең мөһимлеген билдәләп үтте: – Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ тышҡы яҡтан һиҙелмәй кеүек тойола, әммә ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре хеҙмәттәренең сифаты һәм һөҙөмтәлелеге теге йәки был төбәктең торошон билдәләй. Ерҙе иҡтисади эшмәкәрлеккә һөҙөмтәле йәлеп итеү, дәүләт, муниципалитет мәнфәғәттәрен яҡлау – бик мөһим эш. Төбәк етәксеһе Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында берҙәмлекте һәм әүҙем үҙ-ара эш итеүҙе белдерҙе. Был эштә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың өлөшө ҙурлығын билдәләне. Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ярҙамсыһы Екатерина Карутин