Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тыуған яҡтың һауаһы ла шифа

Бер йылдан ашыу яу ҡырында медицина ярҙамы күрһәткән Көйөргәҙе районы һылыуҡайы тураһында гәзиттә яҙып сыҡҡайныҡ. Бал ҡорто кеүек осоп йөрөгәне өсөн сираҡ ҡына кәүҙәле шәфҡәт туташына “Бал ҡорто” ҡушаматы биргәндәр. Гиппократ антына тоғро һылыу үҙенең ғүмер юлынан тайпылмай атлай. Әсәһе Ғәҙилә Әнәс ҡыҙы ла Зәк-Ишмәт ауылында 43 йыл ауылдаштарының һаулығын ҡараған. Мотоуҡсылар ротаһы сафында хеҙмәт иткән “Бал ҡорто” алғы һыҙыҡтан яралыларҙы ла сығарған, ике көн аша госпиталдә оперблокта өлкән шәфҡәт туташы вазифаһында эшләгән. Уның яу ҡырындағы батырлығы “Хәрби хәрәкәттәр ветераны” миҙалы менән баһаланған. Былтыр ул яңы йыл алдынан ялға ҡайтып киткәйне, әлеге отпуск мәлендә ғаиләһе менән Ҡариҙел районына барып, хозур тәбиғәт ҡосағында ял итергә лә өлгөргән, ауылға әсәһе янына ҡайтып ярҙам иткәндәр. “Бөрсә һымаҡ бит ул, тик ултыра белмәй, эште урынына еткереп башҡарырға өйрәнгән, янында торғандарға ла тынғылыҡ бирмәй. Ҡайтып та төштө, балалар менән йортто һөртөп сығарҙылар, йәшелсә баҡсаһы ла ялт итеп ҡалды. Ҡыҙымдың эргәлә булыуы шул тиклем рәхәт”, - ти әсәһе махсус хәрби операциянан ҡайтҡан ҡыҙы тураһында. Тыуған яҡтың һауаһы ла, сылтырап аҡҡан шишмә һыуҙары ла шифа, ире, балалары, ҡәҙерле әсәһенең янында булыуы уға көс, дәрт биргән. Ошо көндәрҙә “Бал ҡорто” тағы командировкаға юлланған. Имен-аман йөрөп ҡайт, Көйөргәҙе һылыуы!