Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ишетеү һәләте буйынса инвалидтар өсөн IX Бөтә Рәсәй йәштәр форумында ҡатнашыусылар менән осрашты. 12-18 июлдә үткән сара лидерлыҡ сифаттарын тәрбиәләүгә, шулай уҡ Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең йәштәр менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләрен тикшереүгә йүнәлтелгән. Форум эшендә делегаттарға юғары квалификациялы сурдотәржемәселәр ярҙам итә. Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемен йөрөткән “Патриот” хәрби-патриот паркында үткән осрашыуҙа илдең 60-тан ашыу төбәгенән 135 кеше – Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте әүҙемселәре ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы форум делегаттары менән аралашты, шулай уҡ ишетеү һәләте буйынса инвалидтарға ярҙам итеүгә индергән өлөшө өсөн республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. – Быйылғы йыл Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә хәстәрлек күрһәтеүгә арналған. Әммә һеҙ үҙ миҫалдарығыҙҙа мөмкинлектәрегеҙҙең сикһеҙ булыуын күрһәтәһегеҙ. Һеҙ Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте әүҙемселәреһегеҙ, башҡа насар ишеткән һәм иш
Реабилитация һәм белем биреү үҙәген асырға ниәтләйҙәр
17 июля 202417 июл 2024
1 мин