Кәрәк була бер килограмм абрикос, бер килограмм шәкәр, ярты стакан һыу. Абрикостарҙы йыуып, уртаға ярып, эсенән һөйәктәрен алырға. Һөйәктәрен ярып, эсендәге төшөн шулай уҡ абрикос менән бергә бер һауытҡа һалырға. Артабан икенсе һауытҡа шәкәр өстөнә һыу ҡойоп, көслө булмаған ут өҫтөнә ҡуйып, шәкәрҙең иреп сиропҡа әйләнгәнен көтәбеҙ. Ипләп кенә ҡайнап ултырған сироп өҫтөнә абрикос һалып, болғап торор кәрәк. Ҡайнап сыҡҡас, тағы биш минут ут өҫтөндә тотоп, шунан утты тулыһынса һүндереп, һөйәк эсенән алған төштәрҙе һалып, бер нисә сәғәткә, йә төнгөлөккә һыуытырға ҡуябыҙ. Икенсе көн тағы ут өҫтөнә ҡуйып, ҡайнап сыҡҡас, 15 минут тотоп, утты һүндереп, эҫе килеш стерилләнгән банкаларға һалып ябырға һәм таҫтамал менән ҡаплап ҡуйырға. Һыуынғас алып ҡуйырға мөмкин. Бындай юл менән эшләнгән ҡайнатма бик татлы килеп сыға. Шулай уҡ абрикостың һөйәктәрен алып, уның төшөн һәм грек сәтләүеге һалып та эшләргә мөмкин. Әйткәндәй, абрикосты блендарҙа иҙеп, саҡ ҡына шәкәр һалып ҡайтанан иҙгәндән һуң пластик һауыттарға һалып, туңдырғыста һаҡлаһағыҙ ҙа була. Фото: асыҡ сығанаҡтан