Башҡортостан Рәсәйҙең инвесторҙар менән яуап бәйләнеше системаһы сафҡа ингән төбәктәренең береһе буласаҡ. Был хаҡта Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын (национальный проект “Производительность труда”) тормошҡа ашырыу һәм Чечен Республикаһында барған Кавказ инвестиция форумында инвестиция әүҙемлегенә булышлыҡ итеү механизмдары тураһындағы кәңәшмә барышында хәбәр иттеләр. -Илдең һәм төбәктәрҙең инвестиция йәһәтенән ылыҡтырыусанлығын арттырыу, инвесторҙарҙы ниндәй мәсьәләләрҙең борсоуын һәм уларҙың инвестиция проекттарын тормошҡа ашырғанда ниндәй проблемаларға юлығыуын аңлау мөһим. Бының өсөн сентябрҙә Рәсәйҙең 30 төбәгендә бизнестан яуап бәйләнешен булдырыу системаһын сафҡа индерәсәкбеҙ. Иҡтисади үҫеш министрлығы менән берлектә ете категориянан – инвесторға булышлыҡ итеү, кадрҙар, юлдар, төҙөлөш, инженер селтәрҙәре, күсемһеҙ милек объекттары, экология һәм тәбиғәттән файҙа