Рәсәй Эске эштәр министрлығының рәсми сайтында "Полиция ғаиләһе" фотоконкурсын үткәреүе тураһында яҙғайныҡ инде. Тауыш биреү 9 июлдә 10:00 сәғәттә (урындағы ваҡыт буйынса) тамамланды. Интернет-аудиторияның тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса проекттың асылын сағылдырған иң яҡшы биш фотоһүрәт еңеүсе тип һайлап алынған. Еңеүселәр араһында беҙҙең яҡташтар – Анастасия менән Радик Шәйхуллиндар ғаиләһе бар! Ҡотлайбыҙ! Башҡортостан буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы буйынса бүлегенең тәүтикшереү бүлеге тәүтикшереүсеһе, полиция капитаны Анастасия Григорьевна Шәйхуллина менән Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса эксперт-криминалистик үҙәгенең 8-се район-ара бүлеге эксперты (Бәләбәй ҡалаһы дислокацияһы), полиция капитаны Радик Рауил улы Шәйхуллин ике бала тәрбиәләй. Әйткәндәй, Ғаилә, мөхәббәт Һәм тоғролоҡ көнө алдынан Рәсәй Эске эштәр министрлығының территориаль органдарында араһында ошондай саралар даими ойошторола. Ғаиләне һәм традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлау