25 июлдә халыҡты“телефон бурҙары”нан яҡлау өсөн яңы закон көсөнә индереләсәк. Унда өс яңылыҡ бар. Беренсенән, финанс ойошмаһы Рәсәй банкының махсус базаһынан иҫәпкә аҡса күсергәндә, банктар аҡсаны ҡайтарырға тейеш буласаҡ. Уға шик тыуҙырған схемаларҙа асыҡланған иҫәп номерҙары эләгә. Икенсенән, банктар шикле номерҙар базаһындағы иҫәпкә аҡса күсереүҙе ике көнгә тотҡарлап торасаҡ. Ошо осор эсендә кешенең уйлау, яҡындары менән кәңәшләшеү, аҡса күсереүҙе туҡтатыу өсөн ваҡыты буласаҡ. Өсөнсөнөн, банктар дропперҙарға онлайн-сервистарҙы туҡтатасаҡ. Дропперҙар тип урланған аҡсаны сығарыу өсөн уларҙың банк карталары ҡулланылған кешеләрҙе атайҙар. Һөҙөмтәлә был мут кешеләр банкоматта аҡса күсереү һәм унан ҡулаҡса алыу мөмкинлегенән ҡолаҡ ҡағасаҡ. Был хаҡта Рәсәй банкының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең хәүефһеҙлек бүлеге эксперты Ольга Кузнецова хәбәр итә. Фото:https://bash.news/news .