Өфө фән һәм технологиялар университеты Башҡортостан Республикаһы менән Идара итеү үҙәге (ЦУР) менән берлектә магистратураға «Идара итеү системаһында сәйәси коммуникациялар» селтәрле белем биреү программаһына студенттарҙы ҡабул итә башлай. Программа йөкмәткеһе буйынса ғына уникаль түгел – республика Хөкүмәте тәүге тапҡыр төбәктең юғары уҡыу йорто менән хеҙмәттәшлек тураһында ошондай килешеү төҙөнө. Программа сәйәси коммуникация һәм хәҙерге сәйәсәт тураһында төплө белемле, заманса коммуникация каналдарын яҡшы белгән һәм социаль-сәйәси өлкәлә белемдәрен ҡуллана алған, тиҙ үҙгәреүсе донъя шарттарында хәлдәрҙе анализлау күнекмәләренә эйә һәм XXI быуаттың сәйәси проблемаларын һөҙөмтәле хәл итә алған белгестәр әҙерләүгә йүнәлтелгән. Программа ӨФҺТУ-ның Гуманитар һәм социаль фәндәр институтының политология һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш кафедраһында тормошҡа ашырыла, ул 20 йылдан ашыу инде пиарсылар һәм политологтар әҙерләй. Лекцияларҙы алдынғы теоретик уҡытыусылар уҡый, ә практик дәрестәрҙе