Найти тему

Башҡортостан - хәүефһеҙ махсус техника һаны буйынса алдынғы урында

Башҡортостан - Рәсәй төбәктәре араһында республикала теркәлгән үҙйөрөшлө машиналар һәм тағылмаларҙың хәүефһеҙлек талаптарына ярашлылығы буйынса беренсе урында. Был хаҡта Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендә үткән Хөкүмәт ултырышында әйтелде. Республикала 100 меңдән ашыу үҙйөрөшлө машина һәм тағылмалар бар. Бындай техниканың һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында лидер, ә ил буйынса бишенсе урынды биләй. Үҙйөрөшлө машиналарҙы хәүефһеҙ файҙаланыуҙың төп шарты –техник төҙөклөк. Хәҙер урып-йыйыу осоро башланыу алдынан комбайндарҙың әҙерлеген контролләү төп бурыстарҙың береһенә әүерелә. Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм техниканың башҡа төрҙәренең техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Илһам Шакиров әйтеүенсә, машиналарҙың конструкция үҙенсәлектәре һөҙөмтәһендә уларҙы торған урындарында тикшерергә тура килә.Техник тикшереү уларҙы файҙаланыу алдынан башҡарыла. –Беренсе ярты йылда 3871 предприятиела техник тикшереү үткәрҙек. Физик берәмектәр тарафынан 39 меңдән ашыу үҙйөрөшлө машина һәм тағылмалар әҙерләнде. Барлығы 76,5 мең машина тикшерелде, – тине Илһам Шакиров. Бындай машиналарҙа эшләү өсөн белгестәрҙең квалификацияһы ярашлы булырға тейеш. Республикала 23 уҡыу йорто һәм уларҙың 26 филиалы тракторсы-машинистар әҙерләй. Бынан тыш, 34 ойошма өҫтәмә профессиональ белем бирә, тип билдәләне спикер. Хөкүмәт Премьер-министры Дәүләт техник тикшереүе буйынса дәүләт комитетына йыл аҙағына тиклем эштә ҡулланылған үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм тағылмаларҙы иҫкәртеү саралары менән тулыһынса солғауҙы тәьмин итергә ҡушты. Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/24503/