Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендә үткән Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында республикала дәүләт аналитик контроль эшен ойоштороу тураһында фекер алышыу барҙы. Андрей Назаров тирә-яҡ мөхит торошоноң халыҡ тормошо сифатына йоғонто яһауына иғтибарҙы йүнәлтеп, уны бысратыу һәм авария осраҡтарын оператив асыҡлау һәм хәл итеү кәрәклеген билдәләне. –Тирә-яҡ мөхиттең төп өлөштәре, ә был һауа, һыу һәм тупраҡ, торошон анализлау өсөн республикала Дәүләт аналитик контроль идаралығы булдырылған. Идаралыҡтың аккредитацияланған лабораторияһы бар, һәм ул һыу объекттары һәм атмосфера һауаһы торошона мониторинг үткәрә, – тип билдәләне Андрей Назаров. Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов әйтеүенсә, Дәүләт аналитик контроль идаралығы атмосфера һауаһына мониторинг үткәреүҙе автоматлаштырылған станциялар ярҙамында башҡара, тирә-яҡ мөхитте бысратыу сығанаҡтарын асыҡлай, тикшереүҙәрҙә, авария һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ликвидация эштәрендә ҡатнаша. –Идаралыҡ билдәһеҙ