Найти тему
Башҡортостан гәзите

Кемдең ҡулы барған?..

Бәләбәй районында билдәһеҙ кешеләр 80 метр оҙонлоғондағы зыярат кәртәһен урлаған. Ошо хаҡта район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев үҙенең телеграмм каналындағы сәхифәһендә яҙған. Ҡот осҡос хәл Мәҡсүт ауылында булған. Зыярат кәртәһенә ауыл халҡы аҡса йыйған, үҙҙәре эшләп ҡуйған. - Вандализм осрағы булды, билдәһеҙ кешеләр ауыл халҡы үҙ иҫәбенә ҡуйған 80 метр оҙонлоғондағы зыярат кәртәһен (профнастил) урлаған. Нимә тип әйтергә инде, бик йәл, беҙҙең, кем тип әйтергә белмәйем - өлкәндәрме, үҫмерҙәрме, йәштәрме, атайсалына шулай мөнәсәбәттә була ала. Быға ҡарауы бик ҡыҙғаныс. Ғәйеплеләр асыҡланыр, язаға тарттылырҙар, тип ышанам", - тип яҙған Азат Сәхәбиев. Ысынлап та, был осраҡ һәм ошондай әҙәмдәрҙең ҡылығы буйынса нимә тип әйтергә лә, аңлатырға ла мөмкин түгел. Кешенән ҡурҡмаһалар, Хоҙайҙан ҡурҡһындар ине... Фото сығанағы: Азат Сәхәбиевтең телеграм-каналдағы сәхифәһе.