Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бер быуатлыҡ тарихтарына арнала

2-3 августа Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Өфөлә ритейл көндәре” тип исемләнгән халыҡ-ара форум була. Был сара Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының 100 йыллыҡ юбилейын билдәләү менән бәйле ойошторола. Волга буйы федераль округының ҙур күргәҙмәләр комплексы ритейл оҫталарының, баҙарҙағы әйҙәүсе белгестәрҙең, бизнес, власть вәкилдәренең, сауҙа тармағы алдынғыларының һәм башҡаларҙың әңгәмәләшеү урынына әүереләсәк. Сараны Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте, Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы, Рәсәйҙең Ритейл белгестәре ассоциацияһы ойоштора. Форум эшендә республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев, Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Эске сауҙа үҫеше департаменты директоры Никита Кузнецов, Рәсәйҙең Ритейл белгестәре ассоциацияһы идараһы рәйесе Андрей Карпов һәм башҡалар ҡатнаша. Туризм бизнесында сауҙаның роле һәм урыны темаһы “Туризм ритейл төбәк үҫеше индикаторы” сессияһында төп тема була. Өфөлә үткәрелгән форум барышында төрлө саралар ойошторола. Сығанаҡ, фото: БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы.