Был хәл Бәләбәй районында булған. Район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев үҙенең социаль селтәрҙәрендә хәбәр итеүенсә, вандализм Мәҡсүт ауылында булған. "Аҡсаны халыҡ үҙе йыйып, иҫке ҡойманы яңыһына үҙҙәре алмаштырған ине, - тип яҙған башлыҡ. Оятһыҙ әҙәмдәр халыҡ аҡсаһына профнастилдан ҡуйылған 80 ҡойманы урлаған. Өлкәндәрме, үҫмерҙәре йәки йәштәрме – быны кем эшләгәнен белмәйем, әммә уларҙың үҙҙәренең бәләкәй ватанына шундай мөнәсәбәттә булыуы – бик ҡыҙғаныс. Был күренеште күреү бик күңелһеҙ. Ғәйеплеләр асыҡланыр һәм үҙ язаһын алыр тип ышанабыҙ", – тип яҙа Азат Сәхәбиев. Фото: Азат Сәхәбиев.