Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Дәүләт наградалары тапшырылды

16 июлдә төбәк Башлығы Радий Хәбиров республиканан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, шулай уҡ гуманитар ылау водителдәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. – Хөрмәтле иптәштәр! Һеҙгә Ил Президенты, республикабыҙ халҡы исеменән намыҫлы хеҙмәтегеҙ, хәрби батырлығығыҙ һәм ҡаһарманлығығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Һәм һәр ваҡыт һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә ярҙам итергә тырышасаҡбыҙ. Һәләк булған геройҙарыбыҙ, уларҙың батырлығы, анттарына тоғро ҡалыуҙары алдында баш эйәбеҙ. Улар мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә. Беҙ геройҙар тураһында хәтер мәңге йәшәһен өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Бөгөн мин хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ҙур төркөмөнә дәүләт наградаларын тапшырам. Батырҙарыбыҙҙың береһе – 2022 йылдың октябренән фронтта булған Мостафин Рәмил Вадим улы. Ул - разведчик-пулеметсы, бер нисә тапҡыр штурм ваҡытында һәм дошман һөжүмен кире ҡағыуҙа үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған. Ҡаһарманлыҡ ордены һәм Суворов миҙалы менән бүләкләнгән. Тантанала тағы бер ҡатнашыусыбыҙ – рядовой Павлов Алексей Михайлович. Ул ауыр йәрәхәт ала, әммә хеҙмәтен ҡалдырмай. Госпиталдән һуң пилотһыҙ осоу аппараттары операторына уҡый һәм алғы һыҙыҡҡа кире ҡайта. Беҙҙең өсөн хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең матди йыһазландырылыуы, көнкүрешен төҙөкләндереү, уларҙы тейешле махсус ҡорамалдар менән тәьмин итеү – төп йүнәлештәрҙең береһе. Власть органдары, муниципалитеттар, предприятиелар, ойошмалар, йәмәғәтселәр, ирекмәндәр – барыһы ла ошо эшкә йәлеп ителгән. Бөтә ваҡыт эсендә махсус хәрби операция биләмәһенә 128 гуманитар колонна оҙаттыҡ. Бөгөн был залда йөк ташыуҙа тиҫтәләгән тапҡыр ҡатнашҡан һәм был ауыр эште башҡарған водителдәр бар. Уларҙың береһе – Сухов Григорий Леонидович. Ул, мәҫәлән, МХО биләмәһенә 94 гуманитар ылау алып барҙы. Һәр шундай колонна – беҙҙең еңеүгә индергән өлөшөбөҙ. Һәм, әлбиттә, бик ҡатмарлы маршруттарҙа йөрөү ҙә батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ. Бөгөн барығыҙға ла ошо хеҙмәтегеҙ һәм эшегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙҙе ышаныс һәм өмөт менән көткән ғаиләләрегеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға рәхмәт. Барығыҙға ла сыҙамлыҡ һәм батырлыҡ теләйем. Иҫән-һау, Еңеү менән өйҙәрегеҙгә тиҙерәк ҡайтығыҙ! - тине Радий Фәрит улы. Фото: glavarb.ru