Башҡортостандың билдәле режиссёры Рөстәм Аҙнабаевтың “ТЕЛЕШКО” медиамәктәбе иғлан иткән йәш блогерҙар төркөмө “Эйе” тип атала. Унда 13 йәштән 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр түләүһеҙ уҡый ала. Уҡытыу “ТЕЛЕШКО” медиамәктәбенең белем биреү программаһына нигеҙләнә һәм туғыҙ ай дауам итә. Проектта ҡатнашыусылар өсөн сифатлы контент төҙөү, шәхси брендты булдырыу һәм авторлыҡ проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса бик күп файҙалы практикумдар һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк. Атап әйткәндә, “Видеоблог режиссураһы”, “Кадрҙа эшләү”, “Телмәр техникаһы”, “Ҡорау режиссураһы”, “Актёрлыҡ оҫталығы” тигән дәрестәр ҡаралған. Үҫмерҙәргә белем биреү өсөн федераль каналдарҙың режиссёрҙары, республиканың киң мәғлүмәт саралары журналистары, билдәле блогерҙар, актёрҙар йәлеп ителә. Тәүге дәрестәр августа уҡ башлана. “Эйе” төркөмөнә инер өсөн ЭЙЕ.РФ һылтанмаһы буйынса үтергә һәм кастинг-анкетаны тултырырға кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте проекттың рәсми битләүендә табырға мөмкин. Рөстәм Аҙнабаевтың “ТЕЛЕШКО” медиамәктәбе