Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияны кем алыр?

Республика журналистары араһынан еңеүселәр 500 мең һум күләмендәге өс премия аласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бүләкләү суммаһы тәүге тапҡыр биш тапҡырға артты. Был Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың “Медиайыйын-2023” форумы йомғаҡтары сиктәрендәге ҡушыуы буйынса эшләнде. Премияға дәғүә итеүҙә ҡатнашыуға журналистар һәм журналистар коллективтары саҡырыла. 2023 йылдың сентябренән 2024 йылдың авгусына тиклем баҫылған материалдар баһаланасаҡ. Ғаризаны 1 сентябргә тиклем 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13-сө йорт, 111-се офис (Матбуғат йорто бинаһының беренсе ҡаты) адресы буйынса БР Журналистар союзына ебәрергә мөмкин. Телефондар: 8 (347) 276-42-66; 8-917-368-32-84. Шулай уҡ Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45-се йорт, 4-се ҡат, 420-се кабинет адресы буйынса БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына мөрәжәғәт итергә була. Телефондар: 8 (347) 218-07-73; 8-917-409-39-85. Тулыраҡ мәғлүмәт https://pressarb.bashkortostan.ru/documents/active/234161/ һылтанмаһы аша бирелгән. Фото: БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы.