Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы менән республиканың Финанс үҙәге, Финанс министрлығы берлектә зона семинарҙарын башланы. Был Башҡортостандың 53 районының 11 район үҙәгендә хеҙмәт коллективтарының профсоюз активы өсөн ойошторола. Июлдәге ултырыштар Ҡырмыҫҡалы районында башланды. Унда Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Архангел, Ғафури райондарынан вәкилдәр йыйылды. 11 июлдә Күмертау ҡалаһында иһә Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез райондары һәм Күмертау ҡалаһының профсоюз активын уҡыттылар. Семинарҙар урындағы хакимиәт майҙансыҡтарында үткәрелә. Күмертау ҡалаһында семинарҙа ҡатнашыусыларҙы хакимиәт башлығы Олег Астахов тәбрикләне. Профсоюз әүҙемселәре, социаль партнерҙар, республика профсоюздар конкурсы еңеүселәре наградланды. Зона күсмә семинарҙарының дөйөм тематикаһы ла бар. Улар: Башҡортостанда хеҙмәт өлкәһендә социаль партнерлыҡ үҫеше, производство травматизмын һәм хеҙмәткәрҙәрҙең профессиональ сирҙәрен профилактикалау, профсоюздарҙа мәғлүмәт эше һәм йәштәр сәйәсәте, хеҙмәт коллективтарында