Республикала 15 июлдән 21 июлгә тиклем Баш мейеһе сәләмәтлеген һаҡлау аҙнаһы бара. Баш мейеһе – кешенең үҙәк нервы системаһының төп ағзаһы. Ғалимдар раҫлауынса, мейенең тәрән ҡартлыҡҡа тиклем әүҙем эшмәкәрлеге ғүмер оҙайлығын арттырыуҙа төп шарт булып тора. Бының өсөн физик һәм аҡыл эшмәкәрлеге юғары кимәлдә булырға тейеш. Табиптарҙың әйтеүенсә, артериаль баҫымды күҙәтеү мөһим, уның күтәрелеүенә юл ҡуйырға ярамай. Ваҡытында диспансерлаштырыу үтегеҙ, иҫкәртеү тикшеренеүҙәрен үтергә онотмағыҙ. Мейе эшмәкәрлегендәге тайпылыштарҙың төрлөсә булыуы ихтимал: нервы-мускул сирҙәре, эпилепсия, тарҡау склероз, Паркинсон сире, деменция төрҙәре, баш мейеһенең хроник ишемияһы, инсульт. Бөтә донъя инсульт ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, донъяла йыл һайын 15 миллиондан ашыу инсульт осрағы күҙәтелә. Ә Рәсәйҙә йыл һайын 400 меңдән ашыу кеше мейелә ҡан әйләнеше боҙолоу осраҡтарына дусар була. Ковид пандемияһынан һуң күптәрҙә когнитив функцияларҙың боҙолоуы күҙәтелде. Ауырыу кисергәндәрҙә йоҡоноң