Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Иглиндар алдынғылыҡты бирмәне

Силәбе өлкәһенең Әшә районы сағыу һәм күп яҡлы байрамдың – XXVII “Дуҫлыҡ” өлкә милли мәҙәниәттәр фестиваленең үҙәгенә әүерелде. Сара "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә ойошторолдо, Ғаилә йылына һәм Силәбе өлкәһе ойошторолоуҙың 90 йыллығына арналды. Фестиваль Силәбе өлкәһенән һәм Башҡортостандан 40-тан ашыу ижади коллективты, солистарҙы һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарын йыйҙы. Балтика ауылы мәҙәниәт йорто етәкселегендәге "Сябры" белорус йыры халыҡ ансамбле һәм Иглин районының "Ягори" сиған ансамбле фестивалдә иҫ киткес шәп сығыш яһаны һәм конкурс лауреаттары булды. Тамашасылар уларҙың сығыштары менән ләззәтләнеп кенә ҡалманы, ә үҙҙәре лә әүҙем ҡушылды: "Сябры"ға ҡушылып йырланы һәм "Ягори"ҙың дәртле ритмдарына бейене. Биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары араһында Майский ауылынан ағас һырлау оҫтаһы Анатолий Колегойданың эштәре күрһәтелде. Уның үҙенсәлекле ағас скульптураларын тәҡдим иткән "Тәбиғәт менән илһамланып" күргәҙмәһе килеүселәрҙә ҙур һоҡланыу уятты. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Иглин районы хакимиәте.