14 июлдән 15 июлгә ҡараған төндә Бөрйән районында Ағиҙелдең көслө ағымында катамаран түңкәрелеп, ундағы кешеләрҙең ағып китеүе, ярай әле барыһының да ҡотҡарыу жилеты кейгән булыуы арҡаһында шунда уҡ батмауҙары, артабан ҡотҡарыусылар килеп етеп үлемдән алып ҡалыуҙары тураһында хәбәр таралғайны. Әле бәләгә тарыусыларға иң беренсе ярҙам ҡулын һуҙған ир-егеттәр тураһында билдәле булды. Улар - ошо Мәндәғол ауылында йәшәгән Айгиз һәм Нияз Ибраһимовтар. Был хаҡта райондың "Таң" гәзите сайтында яҙып сыҡтылар. "Һуңғы көндәрҙә яуған көслө ямғырҙар сәбәпле, Ағиҙел йылғаһының кимәле ныҡ күтәрелде, сөнки башҡа бәләкәйерәк йылғалар ҙа ташҡайны. 14 июлдән 15 июлгә ҡараған төндә дүрт турист туҡтаған урындарынан икенсе яҡ ярға кәмәлә йөҙөп сығырға була. Әммә көслө ағым уларҙың кәмәһен түңкәрә. Һыуға ҡолап төшкән туристар ағым ыңғайына ағып килеп, ярҙағы ағас ботаҡтарына тотоноп ҡалып, кешеләрҙе ярҙамға саҡыра. Мәндәғол ауылында йәшәүсе ике туған ағалы-ҡустылы Айгиз һәм Нияз Ибраһимовтар ҡысҡырышҡан т