“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты йыл һайын рәсәйҙәргә, тәү сиратта, төҙөкләндерелергә тейешле йәмәғәт киңлеге өсөн тауыш бирергә мөмкинлек бирә. Проекттың төп маҡсаты – Рәсәйҙә муниципалитеттарҙың үҫешеүенә яңы һулыш асыу. Уның нигеҙендә йәмәғәт урындары – яр буйҙары, парк, сквер, ял итеү урындары, урамдар, спорт майҙансыҡтары һ.б. төҙөкләндерелә. “Уңайлы ҡала мөхите” федераль проекты сараларын тормошҡа ашырыу Рәсәйҙә 2030 йылға ҡала мөхитен бер ярым тапҡырға яҡшыртыуҙы күҙ уңында тота. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын ғәмәлгә ашырғанда, ауыл һәм ҡала ерҙәренең тышҡы йөҙөнә айырыуса иғтибар йүнәлтергә кәрәклеген гел билдәләй. Һуңғы йылдарҙа республиканың район-ҡалаларында яңы төҫ алған йәмәғәт урындары, уңайлы шарттар күҙгә күренеп арта. Әйткәндәй, быйыл Башҡортостанда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә 1,2 миллиард һум аҡсаға 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк. Был – 20 парк һәм сквер, туғыҙ йылға буйы, алты майҙан, 72 йәйәүлеләр үткәүеле, аллеялар һәм башҡа йәмәғәт территориялары. Шулай уҡ өс фонтан, 12 балалар, уйын һәм спорт майҙансыҡтары һәм скейт-майҙансыҡ ҡуйыласаҡ. "Ҡарабалыҡты" ял һәм мәҙәниәт паркы Федераль проект сиктәрендә Әбйәлил районында эштәр маҡсатлы тормошҡа ашырыла. Шуларҙың береһе – Ташбулат ауылындағы "Ҡарабалыҡты" ял һәм мәҙәниәт паркы. “Ҡарабалыҡты” ял һәм мәҙәниәт паркы 2020 йылда файҙаланыуға тапшырылды. Бында ауылдың административ үҙәгендәге мәктәп, мәҙәниәт йорто һәм ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһы ҡараған майҙан парк итеп үҙгәртеп ҡоролдо. Асыҡ һауа аҫтында мөһабәт сәхнә ҡалҡып сыҡты. Уйын, спорт һәм парк зоналары булдырылды, ҡара балыҡты һынландырған арт-объект ҡуйылды. Бөгөн был урын – ташбулаттарҙың ғына түгел, ә Әбйәлил районының йәмле Яҡтыкүл буйына ял итергә килеүселәрҙең дә иң яратҡан урыны. Бында төрлө мәҙәни һәм күңел асыу саралары уҙғарыла, уйын майҙансығында балалар тауышы тынмай, йәштәр воркаут зонаһын үҙ иткән. Кискеһен дә бында матур, яҡты. Паркты сафҡа индереү өсөн 10 138 355 һум аҡса сарыф ителгән, шуның–9 631 438 һумы – республика, 506 918 һумы район ҡаҙнаһынан бүленгән. Парк биләмәһе бер нисә зонаны тәшкил итә, уларҙың барыһы ла заман талаптарына яуап бирерлек һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре талаптарына ярашлы йыһазландырылған. Балалар майҙансығында махсус йомшаҡ резина япма түшәлгән. Шулай уҡ автомобилдәр өсөн айырым урындар ҡаралған, уға асфальт һалынған. Ауыл халҡының тырышлығы менән парк янында ағастар ултыртылған, сәскәләр үҫтерелә. Ҡайһы ваҡытта ошо матурлыҡты боҙоусылар ҙа осрап ҡуя, яуапһыҙ хужаларҙың малдары яңы ултыртылған ағастарҙы ашап йә иһә тапап китә. Был тәңгәлдә ауыл биләмәһе етәкселеге тарафынан етди ҡарарҙар ҡабул ителгән. Объектты “Строй Монтаж” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөгән. Төньяҡ биҫтәлә “Төньяҡ балҡышы” “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә 2021 йылда район үҙәгенең Төньяҡ биҫтәһендә “Төньяҡ балҡышы” ял һәм мәҙәниәт паркы төҙөлгән. Парк биҫтә халҡының ғына түгел, бөтә асҡарҙарҙың да яратҡан урыны хәҙер. Бында өлкәндәр ял итә, йәш ғаиләләр балаларын уйнатырға килә, баскетбол майҙансығында иһә иһә район күләмендәге ярыштар уҙғарыла. Кис көнө ял һәм уйын паркында бигерәк тә күңелле: бында тәбиғи төньяҡ балҡышын сағылдырған арт-объект төрлө төҫтәге уттарға мансылып, ғәжәйеп бер матурлыҡ тыуҙыра. Асҡар ауылындағы Төньяҡ биҫтәһенең Урал батыр урамындағы йәмәғәт урыны уртаһында 4,5 метрлыҡ шыршы балҡый. Был ҡупшыҡай ағас үҫтереү серҙәрен яҡшы белгән Михайловка питомнигы хужаһы Зөфәр Саҙрыевтың етәкселеге аҫтында район үҙәгенең Салауат Юлаев һәйкәле янынан күсереп ултыртылған. Тимәк, Яңы йылда Төньяҡ биҫтәлә йәшәүселәрҙе “Төньяҡ балҡыш” ял һәм мәҙәниәт паркында мең төҫтәрҙә балҡыясаҡ шыршы-ҡупшыҡай ҡаршы аласаҡ. Объеттың дөйөм хаҡы 8 146 188, 85 һум тәшкил итә. Төҙөлөш эштәрен “Анир” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡарған. “Ҡурай” паркы йылдан–йыл күркәмләнә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса Әбйәлил район үҙәгендә барлыҡҡа килгән “Ҡурай” ял һәм мәҙәниәт паркы өс этапта төҙөкләндерелә. Эш 2026 йылға тиклем дауам итәсәк. Әле парк төҙөлөшөнөң өсөнсө этапы бара. Алдағы ике йылда этаплап пикник менән һыу инеү урыны, ҙур сәхнәле үҙәк майҙан, уйын майҙансығы төҙөлгән. Быйылға бүленгән сараларға Иҙәш буйындағы бығаса файҙаланылмай буш ятҡан тағы ла 4200 квадрат метр ер үҙләштерелә. Был этапта паркҡа инеү урыны – үҙәк ҡапҡа һәм уның алдында машиналар өсөн туҡталҡа, иң кескәй ял итеүселәр өсөн тағы бер уйын майҙансығы эшләнә. Һәм әлбиттә, биләмәлә тротуарҙар һалына, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары урынлаштырыла, электр һуҙыла, видеокүҙәтеү камералары ҡуйыла. Элек был урында быуа булған, халыҡ һыу ингән, әммә ул хәүефһеҙлек талаптарына бөтөнләй тап килмәгән. Район халҡы был биләмәне төҙөкләндереп, заман талаптарына яуап биргән өр-яңы ял һәм мәҙәниәт паркын төҙөү тәҡдиме менән сыға, һәм был проект күпселек тауыш менән еңеү яулай. Көндәр ямғырлы булыу сәбәпле, “Ҡурай” паркына барғанда һыу инеүселәрҙе осратманыҡ, әммә үҙ күҙебеҙ менән пляж биләмәһенең, ысынлап та, тулыһынса төҙөкләндерелеүенә шаһит булдыҡ. Шулай уҡ пикник урындары ла таҙа, мангал зонаһында шашлыҡ бешереү өсөн бар шарттар булдырылған. Тәүге йылда паркты төҙөкләндереү өсөн 9 773 320 һум аҡса тотонолһа, 2023 йылда 9 430 716, 58 һум сарыф ителгән. Быйыл иһә 8 833 138, 73 һумға төҙөлөш эштәре атҡарыла. Әле төп инеү урынынан сәхнә яғына, уйын майҙансыҡтарына тротуарҙар һуҙылған, бордюрҙар һалынған, 380 квадрат метр майҙанда таш түшәлгән. Шулай уҡ яңы ултыртылған бағаналарға электр уты һуҙылған, 10 лампа, һигеҙ урында видеокүҙәтеү камералары урынлаштырған. Периметр буйлап 10 эскәмйә һәм уның янына шунса сүп-сар һауыты ҡуйыласаҡ. Паркҡа ингән төп ҡапҡаның киңлеге – һигеҙ, бейеклеге 4,5 метр тәшкил итә. Ҡапҡа башындағы аркала ҡурай сәскәһе тажы урын аласаҡ һәм “Ҡурай” тигән яҙыу алыҫтан күренеп, үҙенә саҡырып торасаҡ. Шулай уҡ паркҡа килеүселәрҙе бығаса Асҡарҙа түгел, районда булмаған заманса скульптуралар – топиарийҙар ҡаршы аласаҡ. Яһалма үләндән эшләнгән йомшаҡ йәшел айыу һәм ҡуян һындары урынлаштырыласаҡ. Быларҙың барыһы ла 2026 йылға тормошҡа ашасаҡ. Әлегә бары менән ҡәнәғәт район халҡы. “Ҡурай” ял һәм мәҙәниәт паркы сафҡа инеү менән Көнсығыш биҫтәһе халҡына ғына түгел, тотош әбйәлилдәргә ғаилә һәм балалар менән ял итеү, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге буласаҡ. ФЕКЕР Фуат Махийәнов, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары: – Һуңғы йылдарҙа Әбйәлил районында төҙөкләндереү эштәре йылдам бара.Төрлө дәүләт программалары сиктәрендә халыҡҡа мәҙәни ял итеү урындары булдырыла, балалар өсөн төрлө уйын майҙансыҡтары, сәләмәт йәшәүҙе үҙ иткән һәм спортты яратыусылар өсөн спорт ҡоролмалары урынлаштырыла. Район үҙәгендәге Көнсығыш һәм Төньяҡ биҫтәһендә йәшәүселәр өсөн төҙөлгән “Төньяҡ балҡышы” һәм “Ҡурай” ял һәм мәҙәниәт парктары генә ни тора! Әлиә Ғүмәрова, күп балалы әсә: – Беҙ Асҡарҙың Төньяҡ биҫтәһендә йәшәйбеҙ, баштараҡ балаларға уйнау өсөн бер ниндәй урын да, шарттар ҙа юҡ ине. Иптәшем Себерҙә эшләй, күп ваҡыт өс бала менән үҙемә ултырырға тура килә. “Төньяҡ балҡышы”ның сафҡа инеүен түҙемһеҙләнеп көтөп алдыҡ, бөгөн балалар шул тиклем шат, етмәһә парк өйөбөҙгә йыраҡ түгел. Рәхәтләнеп уйнайҙар, миңә лә борсолорға кәрәкмәй, уларҙың паркта икәнлеген күреп торам. Автор фотолары.