Хуш еҫле еләк – хозур йәйҙең йәме. Ул тәмле генә түгел, витаминдарға ла бай. Авитаминоз, ҡан баҫымы ауырыуҙарын, атеросклероз кеүек сирҙәрҙе дауалауға булышлыҡ итә. Борон-борондан уны аҙ ҡанлылыҡ менән интеккәндә ҡулланғандар. Көн һайын еләк ашаған кешенең иммун системаһы нығына, ҡыш һалҡын тейеүҙән интекмәй. Өҫтәүенә, унда йод күп. Көнөнә 150 – 200 грамм еләк ашаһағыҙ, ҡалҡан биҙе эшмәкәрлеге яҡшырыр, организмығыҙҙа йод артыр. Әммә шул хаҡта онотмағыҙ: еләк файҙалы булһын өсөн уны көнөнә 400 грамдан күберәк ашамаҫҡа кәңәш ителә. Балаларға ла саманы белеү мөһим, юғиһә аллергия сығыуы бар. Тимәк, еләк тәмле генә түгел, хәүефле лә. Әйткәндәй, 200 грамм баҡса еләгендә 60 ҡына калорий. Унда 1-2 грамм аҡһым, 14 грамм углевод, 28 грамм кальций, 0,8 грамм тимер, 20 грамм магний, 38 грамм фосфор, 54 грамм калий, 113,4 грамм С витамины, 35,4 мкг фолий кислотаһы һәм 54 грамм А витамины бар. Баҡса еләген “йәшлек емеше” тип тә атап йөрөтәләр, сөнки ул кешене йәшәртеүгә һәләтле. Ундағы В, Е төркөмөнә ингән витаминдар бит тиреһен алһыуландыра, йәшәртә. Бынан тыш, еләк ашағандан һуң организмда “бәхет гормоны” эшләнеп сығып, кешенең кәйефе күтәрелә. Еләктең үҙе генә түгел, япраҡтары ла организм өсөн бик файҙалы. Элек-электән уларҙан сәй әҙерләп эскәндәр. Бының өсөн япраҡтарҙы август-сентябрь айҙарында йыйырға кәрәк. Уларҙы башта йыуырға, аҙаҡ ҡағыҙ тартмаға һалып йәки ҡояш төшмәй торған ергә йәйеп ҡуйып киптерергә кәңәш ителә. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.