15 июлдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса ведомство-ара комиссия кәңәшмәһен үткәрҙе. Сарала ҡатнашыусылар төбәк трассаларында юл-транспорт фажиғәләренең төп сәбәптәрен, шул иҫәптән федераль, муниципаль-ара һәм урындағы юлдарҙа аварияларҙы кәметеү буйынса саралар комплексын ҡараны. -Юлдарҙағы хәлдәр иғтибарҙы талап итә. Төбәктә юл-транспорт фажиғәләре кәмеһә лә, һәләк булыусылар һанының артыуы күҙәтелә, - тип билдәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Ошоноң менән бәйле республикала йәшәүселәрҙең хәүефһеҙлеген күтәреү буйынса тәү сираттағы саралар комплексын билдәләү мөһим. Был мәсьәләне планлы рәүештә хәл итәсәкбеҙ. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе Владимир Севастьянов быйыл алты айҙа, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанеда, юл-транспорт фажиғәләренең - 20 процентҡа, 1256 фажиғәгә тиклем кәмеүе тураһында хәбәр итте. Зыян күреүселәр һаны